Компенсация түләү сығымдарының бер өлөшөн төбәк ҡаҙнаһы күтәрә икән. Ике ай эсендә өлөшсөләргә түләү күләме 1 миллиард һумға артҡан. Март айынан Фонд Өфөнөң Әхмәтов урамындағы ике йорттан һатып алған (төҙөүсеһе “Интеграл”) фатирҙар өсөн компенсация түләй башлаған. Был проблемалы объекттар буйынса ҡарар февраль башында уҡ ҡабул ителгән булған. Өлөшсөләргә компенсация түләр өсөн 900 миллион һум аҡса ебәреләсәк, ошо айҡанлы 280 кеше аҡса аласаҡ. Башта был йорттар төҙөлөп бөтөрөлөр тип фаразланһа, аҙаҡ төбәк был объекттарҙы төҙөп бөтөү мөмкин түгеллеген юллай алған.
Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау төбәк Фонды хәбәр итеүенсә, 2022 йылда республиканың тағы ла алты проблемалы объекты буйынса төҙөп бөтөрөргә йәки компенсация түләргә тигән ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал. Был ҡарар ярҙамында зыян күргән 850 кешенең хоҡуғын яҡларға мөмкин буласаҡ. Башта Фонд механизмдары ярҙамында “Госстрой” компаниялары төркөмөнә ҡараған “Московский” торлаҡ комплексы өлөшсөләренең хоҡуҡтары яҡланасаҡ, тип белдерелгән булған.
Әлбиттә, Стәрлетамаҡта ла бындай проблема юҡ түгел. Мәҫәлән, “Башстрой”, “Башхимремонт” төҙөлөш компанияларынан кешеләр зыян күрҙе. Әммә, шуныһы мөһим: власть алданған өлөшсөләрҙе был проблема менән яңғыҙ ҡалдырманы, мәсьәлә яйлап хәл ителә. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, алтмыштан ашыу кеше өй туйларға тейеш. Волочаев урамы, 22Б адресы буйынса урынлашҡан йорт тураһында һүҙ бара. Ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов алданған өлөшсөләр менән ошо көндәрҙә тағы осрашты.
Бөгөн иһә төбәктә 83 күп фатирлы йорт проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрына индерелгән. Йыл башынан шуларҙан 26 объект алып ташланған. Барлыҡ алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын республика хакимдары 2023 йылдың аҙағына тиклем киренән тергеҙергә уйлай.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.