UramBairam 3х3 - баскетбол турниры Башҡортостандың 50-нән ашыу ҡала һәм районын үҙ эсенә ала. Ярыштарҙы "Уфимец" баскетбол клубы ойоштора.
Стәрлетамаҡ республиканың иң ҙур ҡалаларының береһе булғанға күрә, турнирҙың муниципаль этабы ҡалала бөтөн рсепубликанан иң күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
Финал этабында ҡатнашыуға ғаризалар өс йәш категорияһында ҡабул ителә:
Егеттәр / ҡыҙҙар (12-15 йәш);
Ир-егеттәр / ҡатын-ҡыҙҙар (16-21 йәш);
Ир-егеттәр / ҡатын-ҡыҙҙар (22 йәш һәм унан өлкәнерәктәр).
Бынан алда "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Urambairam 3х3 турнирҙың финал этабы 3 июндә Сибайҙа үтте.