Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
16 Июнь 2022, 15:28

Башҡортостанда үҙенсәлекле ҡунаҡхана барлыҡҡа киләсәк.

Бөгөн, 16 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Триа Девеломент" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1 проектҡа инвестициялар күләме яҡынса 200 миллион һум тәшкил иткән ҡунаҡхана селтәрен төҙөү тураһында килешеү төҙөнө.

Башҡортостанда үҙенсәлекле ҡунаҡхана барлыҡҡа киләсәк.Башҡортостанда үҙенсәлекле ҡунаҡхана барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостанда үҙенсәлекле ҡунаҡхана барлыҡҡа киләсәк.

Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм "Триа Девелогер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Константин Гусельников ҡул ҡуйҙы.
- Компания республикала дөйөм ҡулланылыштағы федераль автомобиль юлдары буйлап уникаль селтәр бренды аҫтында берҙәм ҡунаҡхана селтәре булдырырға ниәтләй. Проекттан социаль һөҙөмтә 100 эш урыны булдырыуҙа ҡулланыласаҡ, - тип һөйләне Рөстәм Моратов.
Проект төбәк биләмәһендә туристик өлкәне үҫтереү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында әҙерләнгән. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу республикаға 1 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас