Бөтә яңылыҡтар

Төбәктә юл буйы сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

Проекттарҙың дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һум тәшкил итә.

Төбәктә юл буйы сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
Төбәктә юл буйы сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән "ИРБИС-Башҡортостан" яғыулыҡ компанияһы "яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә 16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында килешеү төҙөлдө. Документтарға БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм "Ирбис-Башҡортостан" яғыулыҡ компанияһын ойоштороусы Роман Фатихов ҡул ҡуйҙы.
"ИРБИС-Башҡортостан" компанияһы Башҡортостанда ике йүнәлеш буйынса эшмәкәрлекте үҫтерә, юл сервисы объекттарын төҙөүҙе һәм ҡала эсендәге автомобиль заправкалау станциялары төҙөүҙе тормошҡа ашыра, тип билдәләне Андрей Назаров.
Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү "ИРБИС-Башҡортостан" компанияһы менән 2024 йылға тиклем 10 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестор 1,5 миллиард һум самаһы аҡса һалырға һәм 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Беҙҙең республикала был төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым түләүҙәре күләмен арттырыу, шулай уҡ төбәктә юл яны сервисын үҫтереүҙә ҙур этәргес буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Премьер-министр шулай уҡ бер инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуы хаҡында белдерҙе. Яңы сервис объекты Өфө районы биләмәһендә дөйөм файҙаланыуҙағы Р-240 “Өфө–Ырымбур” автомобиль юлы буйында урынлашҡан. Йәнә дүрт инвестиция проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Әле объекттар һалыу өсөн ер бүлеү мәсьәләһе тикшерелә. Биш инвестиция проектҡа ярашлы, объекттарҙы урынлаштырыу өсөн ер участкалары һайлана.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в