Бөтә яңылыҡтар

Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды.

БР Хакимиәтенең аҙна башындағы оперативкаһында төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин коронавирусҡа ҡаршы ревакцинация яһатыусы иң әүҙем муниципалитеттарҙы атап үтте.

Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды.
Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды.

Балаҡатай, Краснокама һәм Бишбүләк ревакцинация буйынса иң алдынғылар икән.

Министр әйтеүенсә, дөйөм алғанда республикала вакциналанырға тейешле халыҡтың 115 проценты дарыуҙың беренсе компонентын һалдырған, процедураны тулыһынса 106 проценты эшләткән. 609 178 кеше ҡабаттан вакцина һалдырған.

РФ хөкүмәтенең координация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 30 көн эсендә 33 процентҡа, һуңғы аҙнала - 27 процентҡа кәмегән.

Пандемия башынан Башҡортостанда 289 910 кеше ауырыған (һуңғы тәүлектә генә - 51). Стационарҙарҙа 117 кеше тотола (шул иҫәптән 60+ — 79 кеше). 364 пацинет амбулатор дауалана (өлкәндәрҙән — 127 кеше). 283 706 кеше һауыҡҡан (һуңғы тәүлектә - 53).

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в