Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәһе улын һатыуға ҡуйған.

Беҙҙең республикала булған хәл.

Ата-әсәһе улын һатыуға ҡуйған.
Ата-әсәһе улын һатыуға ҡуйған.

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге ике балаһын ҡарамаған өсөн ир менән ҡатынды ата-әсәлектән мәхрүм итеү буйынса судҡа мөрәжәғәт иткән, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге ике балаһын ҡарамаған өсөн ир менән ҡатынды ата-әсәлектән мәхрүм итеү буйынса судҡа мөрәжәғәт иткән, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.
Суд мәғлүмәттәре буйынса бәләкәй ике баланың атаһы менән әсәһенең йәшәү рәүеше бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла бер нисә тапҡыр тикшерелгән. Улар балалары янында эскән, атай кеше наркотик передозировка хәлендә булған, әсә тигән әҙәм бер нисә көнгә юғалып та торғолаған, ғауғалашҡандар. Етмәһә, социаль селтәрҙә улдарын һатыу тураһында иғлан урынлаштырғандар. Аллам һаҡлаһын! Ир менән ҡатын ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған булған (ч. 1 ст. 5.35 КоАП РФ).
https://bash.news/news/179010-v-bashkirii-roditeli-pytalis-prodat-rebenka-cherez-sotsseti 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в