

Уларҙа шикле телефон шылтыратыуҙары тураһында хәбәр ителә.
Мутлашыусылар әбей-бабайҙарға ялған юл менән ышанысын яуларға тырышып, аҡсаларын урламаҡсы булғандар. Әммә пенсионерҙар телефон аша һөйләшкәндә, мутлашыусылар икәнлеген һиҙеп ҡалып, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Үкенескә күрә, 80 йәшлек әбей аферистың ҡармағына эләккән.
Уның стационар телефонына апайы булып шылтыратҡандар һәм юл-транспорт фажиғәһенә эләктем тип аҡса һорағандар. Был әбей туғанын йәлләп, курьер аша 210 мең һум аҡсаһын биреп ебәргән. Һуңғараҡ ҡына шылтыратыусы кеше мутлашыусы икәнлеген аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Шул уҡ хәлгә ҡалала йәшәүсе 84 йәшлек оло кеше лә эләккән.Уның 260 мең һум аҡсаһынан елдәр осҡан.
Был факттар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
💥Полиция хеҙмәткәрҙәре оло йәштәге туғандарығыҙ менән профилактик әңгәмәләр үткәрергә ҡуша.
❗Әгәр ҙә һеҙгә “мин бәләгә тарыным, аҡса һал” тип шылтыратһалар йәки яҙһалар, аптырап ҡалмағыҙ. Әйтелгән телефонға йәки картаға аҡса күсермәгеҙ. Тәүҙә туғандарығыҙ менән бәйләнешкә сығырға һәм тикшерергә кәрәк. Күп осраҡта уларҙың иҫән-һау икәнлеге, телефон аша булған сәйер һөйләшеүҙең алдаҡ булыуы асыҡлана.
❗“Банк картаһы хеҙмәтләндереүе” тип шылтыратыусыларға ҡарата айырыуса һаҡ булығыҙ. ПИН-код, карта номеры һәм артындағы һанды сит кешегә әйтмәгеҙ.