Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
1 Июль 2022, 12:36

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған ҙур байрам буласаҡ.

9 июлдә “Первушин” аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ҙур авиация байрамы – Первушин AviaFest уҙғарыла. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм киске 8-ҙә тамамлана. Инеү ирекле.

Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған ҙур байрам буласаҡ.
Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуына арналған ҙур байрам буласаҡ.

Байрамда яңғыҙ һәм төркөм пилотажы программаһы менән тотош Рәсәйҙән килгән 50-нән ашыу самолет һауаға күтәрелә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән, шулай уҡ шул дәүерҙәге миллионлаған совет осоусыларын ҡанатландырған легендар По-2 самолеты (1942 йылда сығарылған) осош яһай.

Шулай уҡ авиатехника күргәҙмәһе, Башҡортостан һәм Белоруссия йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар була.

Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары араһында осоштар, велосипедтар, гаджеттар һәм башҡа бик күп бүләктәр уйнатыла. Һатыуҙан килгән аҡса үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн «Көньяҡ автовокзал — Первушин» маршрутында пассажирҙар ташыу ойошторола.


Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: