"Adidas магазиндары һәм Рәсәйҙә интернет-сауҙа артабан аҡса менән эш итеүгә тиклем туҡтатылып тора, был Рәсәйгә тауар килтереүгә ҡағыла. Әлеге ваҡытта эшмәкәрлекте яңыртыу буйынса пландар юҡ", - тип "Адидас" вәкиленең һүҙҙәрен килтерә "Лента.ру" баҫмаһы.
Хәҙер Стәрлетамаҡта "Арбат" сауҙа үҙәгендәге элекке "Адидас" дисконт-үҙәге урынына "Спортландия" магазины асыла.
Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, "Спортландия" – 130 магазины булған федераль селтәр.
Р.ЗАМАНОВА.