Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
7 Июль 2022, 11:15

Гранд-финалға барып етер өсөн…

Стәрлетамаҡ командаһы «Белем лигаһы» интеллектуаль викторинаның өсөнсө туры ярым финалына үтте.

Яңыраҡ «Белем» Рәсәй йәмәғәтселеге ойошторған «Белем лигаһы» викторинаһының өсөнсө туры  дүртенсе  һайланма уйыны уҙҙы. Бында Рәсәйҙең 135  ҡалаһынан 395 команда онлайн-форматта ярышты. Өс иң яҡшы  команда булып Санкт-Петербургтан - «123467890», Казандан -  «Фламинго» һәм Мәскәүҙән «Ҡарттарға бында урын юҡ» командалары танылды.  Шулай уҡ ярым финалға үтеүсе егерме команда араһында «Стәрлетамаҡтың «Еңеү артынан килдек» командаһы ла бар. Өсөнсө һайланма уйында беҙҙең ҡаланан 5 команда ҡатнашҡан булған. «Башҡорт командалары викторинаның һайланма уйындарында әүҙем ҡатнашалар һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтәләр», тиҙәр ойоштороусылар.  Бындай  ярыштарҙа фән, тарих, йыһан, сәнғәт, архитектура, әҙәбиәт, спорт һәм кинематограф өлкәһендәге темаларҙы яҡшы белеү зарур.

 «Белем лигаһы» өсөнсө турҙың ярым финалы 16 июлдә үтәсәк. Бынан тыш алда тағы ла бер уйын буласаҡ. Ләкин уны үткәреү ваҡыты әлегә сер булып тора. Уйын миҙгелдең Гранд-финалына эләгергә мөмкинлек бирә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Гранд-финалға барып етер өсөн…
Гранд-финалға барып етер өсөн…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас