

Ҡартлыҡ буйынса пенсия алыу өсөн стаж етмәү - рәсми эшкә урынлашмайынса һәм социаль взностар түләмәгән кешеләрҙә йыш осрай. Хәҙер был үҙмәшғүлдәр өсөн дә актуаль,улар үҙҙәре пенсия тураһында ҡайғыртырға тейеш.
2024 йылға тиклем пенсияға сығыу өсөн кәрәкле хеҙмәт стажының һәм тупланған балдарҙың күләме билдәләнгән. Ә бына 2024 йылдан алып пенсияға сығыу өсөн кәмендә 15 йыл хеҙмәт стажы һәм 30 пенсия коэффициенты булдырырға уйлайҙар.
Людмила Иванова-Швец хәбәр итеүенсә, закон кәрәкле стаждың яртыһын, йәғни 7,5 йылын «һатып алырға» рөхсәт итә. Бының өсөн пенсия фондына барып килешеү төҙөргә, унан һуң етмәгән балдарҙың суммаһын иҫәпләп, аҡса түләргә кәрәк.
Мәҫәлән,ағымдағы йылда кәм тигәндә 36669.60 һум индерергә, ә үҙмәшғүлдәр өсөн 34445 һум ҡаралған. Бындай сумма 1 йыл стаж һәм 1,076 балл өҫтәргә мөмкинлек бирәсәк. Бер йыл эсендә 293356.80 һум түләп, максималь рәүештә 8,52 балл һатып алырға мөмкин.
Фото:Башинформ.