Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
8 Июль 2022, 18:30

Стәрлетамаҡ районында иҫерек егет туғанының автомобилен урлап ҡасҡан.

  Стәрлетамаҡ районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ - Раевка юлында шикле "Datsun on-do" автомобилен күреп ҡалған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен иғтибар итмәйенсә шәп итеп үтеп киткән. Һөҙөмтәлә автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл билдәләрен бәрҙереп,юлдың ситенә осҡан. Бынан һуң 23 йәшлек водитель ҡасырға маташҡан, ләкин ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған. Эш барышында асыҡланыуынса, автомобилде  ул иҫерек килеш йөрөткән. Был ваҡытта машинаның юғалыуы  тураһында полицияға 50 йәшлек хужаһы мөрәжәғәт иткән булған. Уға машина табылды, тип яуап бирҙеләр. 

 

 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: