Кисә Өфө йылғаһы эргәһендә, Һупайлы биҫтәһе ҡаршыһында 33 йәшлек ҡатынды йәшен атҡан."Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре үлем осрағын теркәй.
Әгәр ҙә йәшен ваҡытында һыуҙа булһағыҙ, тиҙ арала күлдән сығырға кәрәк. Шулай уҡ яңғыҙ ағас янына бармағыҙ, мөмкин булһа бина йәки машина эсенә инеп бикләнегеҙ. Янығыҙҙа булған кеҫә телефондарын һүндерегеҙ, эт йәки бесәй янығыҙҙа булһа, уларҙы үҙегеҙҙән йырағыраҡ ҡыуып ебәрегеҙ.