

Сара элекке "Салауат" кинокомплексы алдындағы скверҙа үтәсәк.
Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы - һөнәрселек йәрминкәһе көтә. Элек ҡала скверы урынында Баҙар майҙаны урынлашҡан, бында йылына ике тапҡыр сауҙагәрҙәр йәрминкәһе булған. Йола буйынса, сауҙа рәттәре бер стилдә ҡорола, ә һөнәрселәр үҙҙәренең үҙенсәлекле продукцияһы менән бергә бында бөтә республиканан киләсәк.