Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
15 Июль 2022, 09:09

Стәрлетамаҡ спортсылары яңы рекорд ҡуйҙы.

 Артур Сәйфетдинов менән Виталий Цыбрюк яңы рекорд ҡуйҙы. 5 июлдән 9-на тиклем Брест ҡалаһында (Беларусь Республикаһы) күреү һәләте насар булған  һәм терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған инвалидтар араһында йөҙөү буйынса Беларусь Республикаһы Кубогы ярыштары үтте.

Стәрлетамаҡ спортсылары яңы рекорд ҡуйҙы.Стәрлетамаҡ спортсылары яңы рекорд ҡуйҙы.
Стәрлетамаҡ спортсылары яңы рекорд ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ спортсылары, Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Артур Сәйфетдинов һәм Рәсәйҙең спорт мастеры Виталий Цыбрюк ярыштарҙа ҡатнашты һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.
Артур Сәйфетдинов ҡатнаш йөҙөү буйынса  беренсе урын яулаһа, Виталий Цыбрюк ирекле стилдә 4х100 метр ҡатнаш эстафетала I урын алды.
Шулай уҡ  Артур Сәйфетдинов 4х100 метр ҡатнаш эстафетала донъя рекорды ҡуйҙы (S12). Виталий Цыбрюк ирекле стилдә 50 метрлыҡ арауыҡта Рәсәй рекорды ҡуйҙы (S13).
Был егеттәр  Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Александр Живаев менән шөғөлләнә һәм 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә физик культура инструкторҙары булып  эшләйҙәр.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас