«Улар икеһе лә башҡорт шиғриәтенең төп көстәре. Уларҙың ижады аҡыллы ла, хисле лә, уйлы ла, буйлы ла, ҡатлы ла, затлы ла. Шағирәләребеҙ Һүҙҙең көс-ҡеүәтен белеп, аңлап эш итә, шуға атҡан уҡ та, осҡан шиғри фекер ҙә уҡыусы, замандашы күңеленә-зиһененә, зауығына-ихтыяжына барып етә» тип билдәләй уларҙың ижады хаҡында ҡәләмдәштәре.
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ «Бәхет һурпаһы»н татытып, «Ваҡыт сыңы»нда сыныныҡтырыусы шағирәләргә…
Римма ҒӘЛИМОВА.