Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йәштәре «iВолга» форумында ҡатнаша

21 – 29 июлдә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының «iВолга – 2022» йәштәр форумы үтәсәк.

Башҡортостан йәштәре «iВолга» форумында ҡатнаша
Башҡортостан йәштәре «iВолга» форумында ҡатнаша

Был сара быйыл ун йыллығын билдәләй. Бында Волга буйы федераль округынан һәм ил төбәктәренән 2 меңгә яҡын йәш кеше ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан да 110 кешенән торған делегация юлланасаҡ.

– Әлеге форумда беҙҙең йәштәр йыл һайын ҡатнаша. Йәйге форум кампанияһына системалы, йыл дауамында әҙерлек алып барыла. Беҙҙең Йәштәр проект офисында проект авторҙары өсөн консультациялар үткәрәбеҙ, яңы форматтар – проект питчингтары, хакатондарҙы индерәбеҙ. Йыл башында йәштәр форумдары – муниципалитеттарҙа, ә белем биреү ойошмаларында студенттарҙың «Мини- iВолга» форумдары уҙғарыла.

«Смарт-тау» төбәк форумында йәштәрҙең үҙ идеяларын үҫтереү өсөн «күтәреү» гранттарын отоу мөмкинлеге бар. Быйыл беҙ ғаризалар әҙерләү һәм «iВолга»ла Башҡортостан майҙансығын брендлау буйынса эште көсәйттек. Төбәктең милли мөхите менән форумда уҙғарасаҡ йәштәр һабантуйында уртаҡлашасаҡбыҙ, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Быйылғы форумдың темаһы – «Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге». Сарала ҡатнашыусыларҙы тренинг дәрестәре, ғилми һәм ғәмәли конференциялар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк-ара асыҡ ярыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр, фестивалдәр, акциялар, башланғыстар йәрминкәләре, турнирҙар, федераль, округ һәм төбәк кимәлендәге эксперттар менән осрашыуҙар, дискуссиялар, мәҙәни-ял, спорт һәм туристик-тыуған яҡты өйрәнеү программалары көтә.

Форумда проект авторҙары йәштәр проекттары конкурстарында гранттар ала аласаҡ. Быйыл улар икәү: округ һәм Бөтә Рәсәй буйынса. Тәүге 3 йүнәлештән торһа, икенсеһе – 15 йүнәлештән. Округ буйынса еңеүселәр 500 мең һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә. Ә  Бөтә Рәсәйҙең гранты 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итә.

Әйткәндәй, үткән йылда форум онлайн-форматта үткәйне. Ундағы һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостан йәштәренең 6 социаль йүнәлештәге йәштәр проектты 1 115 000 мең һум күләмендә грант ярҙамы алды.

Волга буйы федераль округының йәштәр форумы Һамар өлкәһендә 2013 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле етәкселегендә ойошторола.

 

https://ye102.ru

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:
Читайте нас в