Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
3 Август , 13:11

«Башы ныҡ йәрәхәтләнгән, ул иҫһеҙ»: Башҡортостанда комаға киткән малайҙың әсәһе уның хәле тураһында һөйләне

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай янындағы «Юлдаш» балалар лагерында өс үҫмер металл конструкцияға менгән

«Башы ныҡ йәрәхәтләнгән, ул иҫһеҙ»: Башҡортостанда комаға киткән малайҙың әсәһе уның хәле тураһында һөйләне
«Башы ныҡ йәрәхәтләнгән, ул иҫһеҙ»: Башҡортостанда комаға киткән малайҙың әсәһе уның хәле тураһында һөйләне

 Көтмәгәндә конструкция 15 йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡолаған. Ауыр йәрәхәтләнгән үҫмер дауаханаға оҙатылған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бала комала.
 Зарема әйтеүенсә, уның улы ошо ваҡиғаға тиклем бер аҙна элек «Юлдаш» балалар лагерына ял итергә килгән булған.
«Башына ныҡ ҙур турник төшкән, башы ярылған, ул реанимацияла иҫһеҙ ята. Табиптар бер ни ҙә эшләй алмай, - ти әсә. - Балалар лагеры хеҙмәткәрҙәре менән аралашманым, әле миндә уларҙың ҡайғыһы юҡ. Бер кемде лә язаға тарттырырға һәм фажиғәнең сәбәптәрен асыҡларға теләмәйем. Минең өсөн иң мөһиме - улымдың аяҡҡа баҫыуы».
Малайҙы Өфө дауаханаһына алып китергә тейештәр ине, ләкин табиптар баланың хәле яҡшырғансы эвакуациялауҙы кисектереп торҙо.
«Беренсе тәүлектә уға Сибай табиптары операция яһаны. Башҡаса операция талап ителмәне», - тине ведомство вәкиле.
Әлегә үҫмерҙе урынынан ҡуҙғатырға ярамай, сөнки бының ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, тип аңлатҡандар ата-әсәгә.
Фажиғә булған балалар лагеры вәкилдәре комментарийҙарҙан баш тарта.
Сығанаҡ: Башҡортостаным.Яңылыҡтар

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в