Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
4 Август , 12:23

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды.

2022 йылдың ғинуар-май айҙарында Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 44 995 һумға еткән.

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды.
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды.

Был уҙған йылдың тәүге биш айына ҡарағанда 13,6 процентҡа күберәк. Әммә реаль иҫәпләнгән эш хаҡы, ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда республикала 98,5 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, майҙа уртаса эш хаҡы гектарынан 47 524 һумдан артҡан. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, майҙа уртаса эш хаҡы  47 524 һумдан артҡан.
Ғәҙәттәгесә, иң юғары эш хаҡы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға тура килә - уртаса 71 мең һумдан ашыу, эшкәртеү производстволарына - яҡынса 50,5 мең һум.
"Профессиональ, фәнни һәм техник эшмәкәрлек " өлкәһендә уртаса эш хаҡы 63 мең һумдан ашҡан. Финанслау һәм страховкалау эшмәкәрлеге уларҙан әҙерәк арттараҡ бара. Был өлкә хеҙмәткәрҙәре уртаса 61,3 мең һум эш хаҡы ала.
Күн әйберҙәр етештереү менән шөғөлләнеүселәр - айына 20 мең һум самаһы; кейем-һалым етештереү - 20,7 мең һум; ҡунаҡхана һәм дөйөм туҡланыу өлкәһендә эшләүселәрҙең - уртаса 24,4 мең һум.
Реаль хеҙмәт хаҡы индексы ҡулланыусылар тауарҙарына һәм хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүенә бәйле эш хаҡының һатып алыу һәләтенең үҙгәреү характеристикаһы өсөн иҫәпләнелә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в