Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
5 Август , 16:40

Башҡортостанда иң ҙур ғаиләлә 33 бала тәрбиәләнә.

Гөлсирен Дербеневаға - 59, ә уның ире Аис Маликовҡа 56 йәш. Улар 15 йыл бергә. Икеһенең дә тәүге никахтан өс балаһы бар, әммә улар үҫеп етеп, үҙ донъяһын ҡорған. Шуға ғаилә приюттан тәрбиәгә бала алып йәшәргә хәл иткән. Хәҙер инде уларҙа 33 бала тәрбиәләнә.

Тәүҙә бер туған 7 һәм 9 йәшлек ҡыҙҙарҙы алғандар. Һуңынан инде уларға шылтыратып, әсәйһеҙ ҡалған ике малай тураһында әйткәндәр.

Гөлсирен менән Аис бер ҡасан да баш тартмаған, сөнки уларға күрһәткән балаларҙы (бер туғандарҙы, сирлеләрҙе) бер кем дә алмаған.

Баланы нисек бар, шулай ҡабул итеү - ата-әсәнең төп принциптарының береһе. Ҙур ғаиләлә спортсылар, уҡыу алдынғылары, «үҙенсәлеклеләр» бар.

Әле бында 4 йәштән 21 йәшкә тиклемге 30 бала йәшәй. Уларҙың 18-е - малай, 12-һе - ҡыҙ. Бишәүһе - инвалид, дүртәүһенең психик яҡтан үҫеше артта ҡалған.

Өлкәндәре Гөлшат, Илмира һәм Сабина үҫеп еткән, айырым йәшәй, ләкин шылтыратып, хәлдәрен белешеп тора, ҡунаҡҡа килә. 20 йәшлек Елизавета ла ата-әсәһе менән йәшәй, әммә тиҙҙән үҙ аллы тормош башларға әҙерләнә: педагогия колледжын тамамлаған ҡыҙ Нефтекамала башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләргә йыйына.

Яңы Ҡабан ауылындағы йорттоң майҙаны - 300 квадрат метрҙан ашыу. Беренсе ҡатта - ҡунаҡ, аш-һыу, ата-әсәнең йоҡо бүлмәләре. Өҫкөһөндә - балаларҙыҡы. Спорт залы бар. Ихатала - ҙур балалар майҙансығы, уны ла, автобусты ла хәйриәселәр бүләк иткән. Өф эсендә лә, участкала ла таҙалыҡ һәм тәртип.

Гөлсирен аҙыҡ-түлек магазиндарын тота, ә ғаилә башлығы пилорамала эшләй.

Башҡортостаным.Яңылыҡтар.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в