+30 °С
Болотло
Хирургтың бурысы - уның үҙәгенә барып етеү һәм титан маркерын ҡалдырыу. Шул рәүешле табиптар шештең ҡайҙа барлыҡҡа килгәнен теркәй. Химиотерапия йәки нур менән дауалағанда шештең һиҙелерлек кәмеүе йәки бөтөүе мөмкин. Ләкин хатта был осраҡта ла хирургтар уның барлыҡҡа килгән урынын алып ташларға тейеш, сөнки унда яман шеш күҙәнәктәренең бер өлөшө ҡалыуы ихтимал.
Онкологтар әйтеүенсә, әлеге алым ауырыуҙың башланғыс стадияһында, шеш сағыштырмаса бәләкәй булғанда ҡулланыла.
Һөт биҙе яман шеше гүзәл заттар араһында яман сирҙәр исемлегендә беренсе урында тора. Йыл һайын республикала 1800 ҡатын-ҡыҙҙа ошо мәкерле ауырыу асыҡлана. Пациенттарҙың күбеһе - 50 йәште уҙған.
Шуға белгестәр йыл һайын маммологка күренеп торорға кәңәш бирә.
БАШИНФОРМ.