

Бәхетһеҙ осраҡ 6 августа көндөҙгө 1-се яртылар тирәһендә булған, тауҙың төньяҡ яғына төшкәндә 5900 метр бейеклектә Мария хәүефһеҙлек бауынан ысҡынып, 300 метр аҫҡа осҡан.
Марияның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тапҡан, ул Төньяҡ Иныльчек базаһына һәм артабан Каракол ҡалаһына вертолет менән оҙатылған.
«Маша тәжрибәле турист булды, ул бик күп походта һәм үрләүҙә, шул иҫәптән Ленин түбәһенә менде. Ул альпинизм, ҡаяға үрмәләү, скайранинг менән етди шөғөлләнде, тауҙарҙы бик яратты. Был – барыбыҙ ҙа, уның дуҫтары һәм иптәштәре өсөн етди фажиғә. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», – тиелә хәбәрҙә.