

Хужалыҡ идаралығы һәм «Клирлайт Рус» йәмғиәте араһында яҡтылыҡ конструкцияларын яһау өсөн төҙөлгән дәүләт килешеүендә етешһеҙлектәр табылған.
Атап әйткәндә, инициаторҙар килешеү төҙөгәндә кәрәкле конкурент процедураларын башҡармаған, юғары хаҡ ҡуйған. Прокуратурала билдәләүҙәренсә, зыяндың суммаһы - 24 миллиондан ашыу бюджет аҡсаһы.
«Тикшереү йомғаҡтары буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Процесс прокуратура контролендә тотола», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Сығанаҡ һәм фото;Башҡортостаным.Яңылыҡтар.