Ашҡаҙар
+10 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
10 Августа 2022, 07:50

Өфөлә 30 йәшлек егет һыуға батып үлгән.

 Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә 30 йәшлек егет һыуға батып үлгән.Өфөлә 30 йәшлек егет һыуға батып үлгән.
Өфөлә 30 йәшлек егет һыуға батып үлгән.

Фажиғә Йылы күленең өҫкө каналында булған. Шаһиттар өс кешенән торған компанияның һыу ятҡылығы буйында иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡанын хәбәр итте. Бер аҙҙан улар бәхәсләшеп, күлде йөҙөп сығырға булған.

«Тәүҙә ҡыҙ бата башлаған - уны эргәлә йөҙгән егет ҡотҡарған. Әммә тонсоға башлаған дуҫына ярҙамға барып етә алмаған – ул ныҡ алыҫта булған», – тиҙәр идаралыҡта.

Водолаздар һыуға батҡан кешенең кәүҙәһен ярты сәғәттән һуң тапҡан. Билдәләүҙәренсә, йәштәр йөҙгән ерҙә һыу инеү тыйылған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас