Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
11 Август 2022, 14:11

"Милли сәхнәнән китәм!"

Элвин Грей үҙенең милли сәхнәне ҡалдырырға һәм Мәскәүгә күсенергә йыйыныуы хаҡында белдерҙе.«Мин китәм, - тип яҙҙы артист үҙенең социаль селтәрҙәрендә. - Быйыл милли проектты тамамларға булдым. 2022 йылда башҡорт һәм татар телдәрендә һуңғы йырҙарымды сығарам. Быны милли эстрадала 16 йыллыҡ ижад юлыма йомғаҡ тип әйтергә мөмкин.

"Милли сәхнәнән китәм!"
"Милли сәхнәнән китәм!"

"Рус телендә ҙур альбомлыҡ күп материалдар йыйылды, Ҡазан менән Өфө араһында йөрөп, проектты тормошҡа ашырып булмай. Шуға күрә илебеҙҙең баш ҡалаһына күсенергә тигән ҡарар ҡабул иттем. Оҙаҡламай мине федераль каналдарҙа ишетерһегеҙ һәм күрерһегеҙ тип өмөтләнәм. Һеҙҙең мине аңлауығыҙға ышанам", - тине йырсы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: