Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
12 Август 2022, 13:58

Стәрлетамаҡ баҡсасылары өсөн шәп яңылыҡ!

Үҙ баҡсаһында үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеүселәргә шарттар тыуҙырыла.  Республикала был маҡсатта яҡынса 4 мең урын бүлеү ҡаралған. Республика Башлығы  Радий Хәбиров төбәк етәкселәренә, баҡсасыларға аяҡ салмаҫҡа, киреһенсә ярҙам итеү бурысын йөкмәтте.

Стәрлетамаҡ баҡсасылары өсөн шәп яңылыҡ!
Стәрлетамаҡ баҡсасылары өсөн шәп яңылыҡ!

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев, бөгөнгө көндә урам сауҙаһы өсөн 300-ләп майҙансыҡтың ҡоролоуо хаҡында белдерҙе. Иң күп урындар Өфөлә эшләнгән- 34 майҙанда 569 урынлыҡ һатыу нөктәһе. Унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 15 майҙанында 197 урынлыҡ сауҙа,Бөрө ҡалаһының 6 майҙанында 395 урынға иҫәпләнгән сауҙа урыны бар.
Стәрлетамаҡ хакимиәте хәбәр итеүенсә, "Эко баҙары" (баҙар майҙаны) янында шәхси эшҡыуар Манвелян И.Р-та баҡсасылыҡ продукцияһын һатыу өсөн өҫтәлдәр эшләп ҡуйған. Был урындар шулай уҡ баҡсасыларға бушлай бирелә.

Фото https://cityopen.ru/v-sterlitamake-nachali-ustanavlivat-torgovye-mesta-dlya-sadovodov/

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: