Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
15 Август 2022, 16:47

Башҡортостандан Денис Камалетдиновҡа орден тапшырылды.

Хәрби операцияла тиҫтәләгән иптәшен ут эсенән алып сыҡҡан яҡташыбыҙ Денис Камалединов орден менән бүләкләнде.

Башҡортостандан Денис Камалетдиновҡа орден тапшырылды.
Башҡортостандан Денис Камалетдиновҡа орден тапшырылды.

Учалы районының Ҡотой ауылы егете Денис Камалетдиновтың Украиналағы махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы хаҡында яҙылғайны. Ошо көндәрҙә Учалы егете 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән. Был хаҡта район башлығы Руслан Ғиләзетдинов үҙенең сәхифәһендә яҙған.
  Денис Камалетдинов, артиллерия дивизионы командиры булараҡ, фронт һыҙығынан 200 саҡрым төпкә, нацистарҙың тылына ебәрелә. 16 мартта яҡташыбыҙ ултырған «Медведь» КамАЗы минаға эләгеп шартлай. Учалы егете мина ярсыҡтары менән ҡаты яралана, бер нисә урындан һөйәге һына. Шуға ҡарамаҫтан, командир үҙенең һалдаттарын мина яланынан имен-аман сығарып, үҙ-үҙенә тәүге ярҙам күрһәтә һәм артабан операцияны дауам итә. Яраланған килеш 14 көн буйы шәхси составы менән етәкселек итә.
  Тик ике аҙнанан ғына Денис операцияны тамамлау тураһында күрһәтмә ала. Тылға ҡайтҡас, яҡташыбыҙҙың мина ярсыҡтарынан ғына йәрәхәтләнмәүе, ауыр контузия алыуы, ике яҡтан да яурыны һыныуы асыҡлана. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: