Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
16 Август 2022, 11:57

Башҡортостандың «алтын гаишнигы» Илдус Шәйбәков тотолған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары Башҡортостан ЮХХДИ-ның район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке етәксеһе Илдус Шәйбәковты тотҡан. 

Башҡортостандың «алтын гаишнигы» Илдус Шәйбәков тотолған.
Башҡортостандың «алтын гаишнигы» Илдус Шәйбәков тотолған.

Киң мәғлүмәт сараларында Шәйбәковты «алтын гаишник» тип йөрөтәләр. Уның исеме Эске эштәр министрлығының эҙләү мәғлүмәттәре базаһынан юғалған. «КП-Уфа» республиканың Тәфтиш комитетына комментарий һорап мөрәжәғәт иткән. Оператив яуап алып булмаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың апрелендә Илдус Шәйбәковта 44 миллион һумлыҡ мөлкәт табылғайны. Шунан һуң уға «алтын гаишник» тигән ҡушамат тағылды. Һуңынан ул Эске эштәр министрлығы органдарынан ҡыуылды һәм уға ҡаршы енәйәт берләшмәһен ойоштороу һәм ришүәт алыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ҡасып киткән экс-полицейскийҙы бер йылдан ашыу эҙләнеләр. Илдус Шәйбәковтың күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәте суд ҡарары буйынса дәүләт файҙаһына тартып алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: