Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
18 Август 2022, 09:35

Стәрлетамаҡ янындағы йылғала үле балыҡтар!?

Стәрлетамаҡ эргәһендәге Веденовка ауылы халҡы Төрөшлө йылғаһындағы балыҡтарҙың һәләк булыуы борсой.

Стәрлетамаҡ янындағы йылғала үле балыҡтар!?
Стәрлетамаҡ янындағы йылғала үле балыҡтар!?

Йәмәғәтселәрҙең социаль селтәргә һалған фотоһында һыуҙың бысраҡ һәм болғансыҡ икәне күренә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Бәләбәй районындағы Сильби йылғаһында балыҡтар һәләк булған. Һыу ятҡылығы күбек менән ҡапланған. Башҡортостандың Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр был хәлдең сәбәптәрен асыҡлау өсөн һыуҙың сифатын тикшерә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: