Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
22 Август 2022, 12:00

Башҡортостан мәктәптәре коронавирусты иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимында эшләй.

1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәре COVID-19-ҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн санитар нормаларҙы үтәү йәһәтенән юғары әҙерлек режимында эшләй башлай.

Башҡортостан мәктәптәре коронавирусты иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимында эшләй.Башҡортостан мәктәптәре коронавирусты иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимында эшләй.
Башҡортостан мәктәптәре коронавирусты иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимында эшләй.

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Мәктәптәрҙе асыр алдынан ковидҡа ҡаршы инспекторҙарҙың исемлеге төҙөлә, кабинеттар дезинфекция сараларын ҡулланып йыйыштырыла, бынан тыш, рециркуляторҙарҙың төҙөклөгө тикшерелә һәм башҡа эштәр башҡарыла.

Мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең башҡа төрҙәренә: янғын хәүефһеҙлеге, видеокүҙәтеү системалары, металл эҙләүсе ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә лә иғтибар бүленә. Бөтә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә тиерлек һаҡсылар бар. Биналарҙың 71% - шәхси һаҡ ойошмалары, 29% иһә штаттағы, йәки аутсорсинг ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. һаҡлана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау эше эш планлаштырыла.

Яңылыҡтар.Башҡортостаным.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас