

Ваҡиға 11 августан 12-һенә ҡараған төндә була. 14–15 йәшлек үҫмерҙәр Гагарин урамы, 31 адресы буйынса урынлашҡан йорт фатирҙарының береһендә аулаҡ ойоштора. Иртән иҫһеҙ балаларҙы ата-әсәләре таба.
– Бөтә баланы ла дауаханаға алып китәләр: өсәүһенең хәле ауыр һәм икәүһенеке уртаса ауырлыҡта була. Уларға спирт һәм билдәһеҙ матдә менән ағыуланыу диагнозы ҡуйыла. Бөгөнгө көнгә бөтә бала ла һауығып сыҡҡан, – тип Рафаэль Әхмәтов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бынан алда Башҡортостандың Тәфтиш комитеты һәм прокуратураһы әлеге ваҡиға буйынса тикшереү башлағайны.
Фото: Башинформ.