Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
24 Август 2022, 06:12

ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Сауҙагәрлек мөхите, асыҡ һауа аҫтында интерактив музей, ҡыҙыҡлы гастробиләмә һәм шоу-программа, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи урындары буйлап экскурсия һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә фестиваль ҡунаҡтарын.

ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕНӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

   Республиканың төп ваҡиғаларының береһе – ҡаланың «Салауат» кинокомплексы алдындағы тарихи майҙанда ойошторола. Сара 26 августа старт ала. Төп программа 27 августа үтә һәм фестиваль 28 авгусҡа тиклем дауам итә. Фестиваль ҡунаҡтарын бай программа көтә.
  27 августан республиканың, ҡалаларҙың һәм райондарҙың бизнес-шерифтары өсөн эшлекле программа уҙғарыла. 28 августа - иң шәп спикерҙар Игорь Манн һәм Иван Черемных менән осрашыу була.
Был фестивалдә:
– һөнәрселек йәрминкәһе. Сауҙа рәттәре бер стилдә ҡорола, ә һөнәрселәр үҙҙәренең үҙенсәлекле продукцияһы менән бында бөтә республиканан килә;
– асыҡ һауала Сауҙагәрҙәр ҡалаһы тип исемләнгән интерактив музей, айырым зонала революцияға тиклемге халыҡ йыйыласаҡ, сауҙагәрҙәр, урам артистары, ҡырҡтартмасылар, жандармдар, аяҡ кейеме таҙартыусылар һ.б.
– сәй өҫтәле зонаһы. Бында тик Стәрлетамаҡта ғына тәмләп ҡарарға мөмкин булған ҡаланың гастробренды менән ҡаршы аласаҡтар ҡунаҡтарҙы. Ә бына гастромайҙансыҡта Стәрлетамаҡтың һәм күрше ҡалаларҙың рестораторҙары фестиваль ҡунаҡтарын, унда ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн үҙҙәренең кибеттәрен асыр.
– һөнәрселәрҙең оҫталыҡ дәрестәре зонаһы. Фестивалдә уникаль продукция һатып алырға ғына түгел, шулай уҡ үҙ аллы әйбер булдырырға ла мөмкин буласаҡ.
 – уйындар зонаһы, бында халыҡ өсөн төрлө күңел асыуҙар, уйындар һәм конкурстар.
– балалар зонаһы. Фестивалдең йәш ҡунаҡтары ҙур сауҙагәр ҡаласығы төҙөүҙә ҡатнашып, һуңынан уны биҙәү менән шөғөлләнә аласаҡ. Бынан тыш, был зонала «Сауҙагәр-маладис» йәрминкәһе үтә, унда балалар үҙ продукцияһын һатасаҡ.
 – тыуған яҡты өйрәнеү зонаһы. Бында теләге булғандарҙың барыһы ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи өлөшөндә экскурсияға яҙыла ала, ә һуңғы көндә - Торатауға бара аласаҡ.
– Театр-концерт зонаһы. «Салауат» кинокомплексы эргәһендәге тарихи майҙанда ҙур сәхнәлә фестиваль дауамында ҡала ижади коллективтары һәм саҡырылған йондоҙҙар сығыш яһаясаҡ. Фестиваль сиктәрендә эшҡыуарҙар өсөн дә төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Килегеҙ, күрегеҙ! Ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡунаҡ булып ҡайтығыҙ!

Фото һәм видеояҙма ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас