

Мәктәптең алтынсы ағымы ит һәм һөт эшкәртеүгә бағышлана. Уҡытыу Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында уҙғарыла һәм 2 ай дауам итәсәк.
«Фермер мәктәбе» проектында ҡатнашыусыларҙы конкурс йомғаҡтары буйынса һайлап аласаҡтар.
Ғаризаны 2022 йылдың 14 сентябренә тиклем крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булған кешеләр тапшыра ала.
Дәғүәселәргә талаптар:
- республиканың ауыл биләмәһендә теркәлеү һәм йәшәү
- юғары йәки урта һөнәри белемле булыу
Уҡырға теләүселәр 2022 йылдың 14 сентябренә тиклем түбәндәге электрон адресҡа ит йәки һөт эшкәртеү тураһында эссе, презентация йәки видеоролик ебәрергә тейеш: konkyrsmcx@mail.ru.
Конкурс положениеһы һәм ғариза формаһы күрһәтелгән һылтанма буйынса: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active..
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан