"Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә йәрминкә майҙансыҡтары урынлаштырыу планын раҫлау тураһында"ғы ҡарар документы биш йыллыҡ мөҙҙәткә раҫланды. Стәрлетамаҡтағы иң ҙур йәрминкә "Стәрлетамаҡ-Арена" спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙғарыласаҡ.
Йәрминкәләр шулай уҡ Элеватор урамында, Артем урамы,147, Суханов урамы,8, Хоҙайбирҙин урамы,85 (межрайбаза биләмәһе) адрестары буйынса эшләйәсәк.
"Сода" ҡала мәҙәниәт һарайы һәм "Аструм" сауҙа үҙәге алдындағы майҙандар резервтағы йәрминкә уҙғарыу урындары булып тора.
Р.ЗАМАНОВА.