Бында йәшелсә-емеш һатып ултырған инәйҙәрҙең береһе - Фәниә Сәғитова. Уға 86 йәш, 43 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән, бөтә Советтар Союзын урап сыҡҡан. Хәҙер ҡатын хаҡлы ялда. Баҡсала емеш-еләк үҫтерә.
"Бындай кәштәләрҙә беҙ ҡулланыусылар өсөн урындағы аҙыҡ-түлекте арзанайтыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ә баҡсасыларҙың йәшелсә, еләк-емеш һатыу өсөн уңайлы урындары барлыҡҡа килә. Һис шикһеҙ, бындай япмалар һатыусыларҙы ҡояштан да, ямғырҙан да һаҡлай ", - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, ул Фәниә инәйҙән һарымһаҡ һәм помидорҙар ҙа һатып алды.
Видеояҙма Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең сайтынан алынды.