

Радий Хәбиров уларға генерал Шайморатов ордены тапшырҙы һәм һәләк булған яугирҙең ғаиләһен дәүләт онотмаясаҡ һәм ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ тип вәғәҙәләне.
Эдуард Ишназаров 1997 йылдың 1 июлендә Стәрлетамаҡта тыуған. 15-се мәктәптең 9 класын тамамлаған, 2016 йылда "иретеп йәбештереүсе" һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында уҡыған. Эдуард үҙен тәртипле, эшһөйәр студент булараҡ күрһәткән, колледжда һәр ваҡыт ярҙамсыл булған, спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан.
Ул ил алдындағы бурысын тәүҙә Мурманск өлкәһендә үтәгән, аҙаҡтан контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалған.
Фото:Башинформ.