Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
29 Августа 2022, 10:14

Башҡортостандан күп балалы әсә Ил Башлығынан бүләк алды.

Өфөлә Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән ханымға Владимир Путиндың ҡултамғаһы ҡуйылған портретын тапшырҙылар.

Башҡортостандан күп балалы әсә Ил Башлығынан бүләк алды.Башҡортостандан күп балалы әсә Ил Башлығынан бүләк алды.
Башҡортостандан күп балалы әсә Ил Башлығынан бүләк алды.

Индира Вәлиева Владимир Путинға яҙған хатында үҙенсәлекле бүләк тураһында һораған. Ул өлкән улының Рәсәй Президентының фанаты булыуы, үҫкәс, уның менән осрашырға йыйыныуы, ә әлегә иһә уның фотоһы тураһында хыялланыуы тураһында яҙып ебәргән.

«Мин дәүләт башлығына илебеҙ һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләгән эштәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Ул беҙ яҡшыраҡ, уңайлыраҡ йәшәһен өсөн ҙур эш башҡара. Беҙ ошондай көслө һәм шәп лидерыбыҙ булыуына ихлас шатбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ», - тине Индира Владимировна тантана ваҡытында.

Ханым үҙенең табип-стоматолог булып эшләүе, әле йәш ярымлыҡ балаһы менән декрет ялында ултырыуы хаҡында һөйләне. Алексей Касьянов күп балалы әсәгә һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләне.

Хыялдар тормошҡа аша!
Яңылыҡ сығанағы: Яңылыҡтар.Башҡортостаным.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас