

- Тәүҙә йәшниктәр эшләп ҡарағайным. Беренсе клиентыма бик оҡшаны, - ти ғаилә оҫтаханаһын ойошторған Павел Михайлов.
Оҫтаның даны таралғас, заказдар ҙа күбәйгән. Яратҡан шөғөлө табыш килтерә башлағас, ул рәсми эшенән киткән.
Башта Павел бюджет станоктары һатып алған, хәҙер инде аҡсаһын үҙ эшен үҫтереүгә тотона.
Оҫта ҡуллы яҡташыбыҙ производствоны киңәйтергә мөмкинлек биргән яңы ҡорамал һатып алыу өсөн республика башлығы грантын алыу хыялы менән йәшәй. Сөнки уның эшләгән йыһаздары үҙенсәлекле генә түгел, сифатлы ла.
Башҡортостаным.Яңылыҡтар.