

Ауди автомобиле менән идара иткән билдәһеҙ водитель юлдың ҡаршы һыҙатына сығып мотоцикл менән бәрелешкән. Мотоциклист һәм уның пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды, ә Аудиның водителе машинаһын ҡалдырып, ҡасҡан.
Әгәр ҙә һеҙгә уның кем һәм ҡайҙа икәнлеге билдәле булһа, түбәндәндәге телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала: 8 (3473) 20-45-88, 8 (3473) 20-45-31 ( Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының дежур часына), Шулай уҡ һеҙ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 8 (347) 279-39-02, йәки 02 (кеҫә телефонынан - 102) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Гөлназ Мусаҡаева,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәүефһеҙлеге инспекторы, өлкән лейтенант.