Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
6 Сентябрь 2022, 06:46

Стәрлетамаҡта ике кеше ҡырағай төлкөнән тешләнгән һәм тағы бер-нисә кеше сысҡан биҙгәге менән ауырый!

Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡта 20 кеше хайуандар тешләүенән зыян күргән, әммә һөжүм итеүселәр араһында бесәй менән эттәр генә түгел.

Стәрлетамаҡта ике кеше ҡырағай төлкөнән тешләнгән һәм тағы бер-нисә кеше сысҡан биҙгәге менән ауырый!Стәрлетамаҡта ике кеше ҡырағай төлкөнән тешләнгән һәм тағы бер-нисә кеше сысҡан биҙгәге менән ауырый!
Стәрлетамаҡта ике кеше ҡырағай төлкөнән тешләнгән һәм тағы бер-нисә кеше сысҡан биҙгәге менән ауырый!

"Роспотребнадзор" ҙың Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәзилә Баһауетдинова хәбәр итеүенсә, һуңғы аҙнала ҡалала ҡырағай төлкөнән ике кеше тешләнгән.
Бынан тыш, Стәрлетамаҡта бер аҙнала бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән 3 кеше ауырыған. 8 ай эсендә бөтәһе 47 кеше ауырыған, шуларҙың 11 сирҙе тап Стәрлетамаҡ биләмәһендә йоҡторған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәзилә Баһауетдинова , йылдың тәүге 6 айында 21 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Шуға күрә,һаҡ булығыҙ!
Урман-яланда булғандан һуң ҡулды мотлаҡ һабынлап йыуығыҙ. Бысраҡ ҡул менән аҙыҡҡа үрелмәгеҙ. Урманда ризыҡты сысҡан теймәҫлек ерҙә, мәҫәлән, ябыҡ машинала йәки ағасҡа элеп тотоғоҙ. Ял итер өсөн асыҡ аҡланда туҡтау хәйерле. Баҡса өйөн йыйыштырғанда саң борҡотмағыҙ, битлек, бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде өс процентлы хлорамин иретмәһе ҡушылған һыу менән йыуығыҙ, һауыт-һабаны ла шулай уҡ эшкәртергә мөмкин. Баҡсағыҙға сысҡан эйәләшмәһен өсөн, сүп-сарҙы, иҫке ботаҡтарҙы даими яндырығыҙ. Ер ҡаҙығанда, сүп йолҡҡанда туҙан танауығыҙға инмәһен тиһәгеҙ, тупраҡҡа һыу һибеп алығыҙ. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғас та, табипҡа күренегеҙ. Үҙ ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, һөҙөмтәлә хатта үлемгә илтеүе ихтимал.

Фото:Башинформ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас