Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Сентябрь , 18:39

Башҡортостанда кешеләрҙе алдап йөрөүсе 39 йәшлек ҡатынды тотҡандар.

Ул кешеләрҙе  сихырҙан "дауалап" аҡса эшләгән. Уның бер ҡорбаны Стәрлетамаҡта йәшәй.

Башҡортостанда кешеләрҙе алдап йөрөүсе 39 йәшлек ҡатынды тотҡандар.
Башҡортостанда кешеләрҙе алдап йөрөүсе 39 йәшлек ҡатынды тотҡандар.

"Дауалаусы" урамда китеп барған бер әбей менән танышып, уның яңғыҙ торғанын белгәс, бер төнгә генә йоҡларға индереүен үтенә. Ят ҡалала ярҙамсыһыҙ ҡалдым тип алдай ул әбейҙе.  Шунан һуң әбейҙең өйөнә килгәс, һеҙҙең улдарығыҙҙа боҙом (сихыр) бар тип әйтә. Мин сихырҙы сисәм, әммә  бының  өсөн бөтә аҡсаны, алтынды бергә төрөп, мендәр аҫтына йәшерергә. Унан  һуң, мотлаҡ изге һыу эсеп сиркәүгә барырға кәрәк тип ышандыра. Берғатлы әбей, теге ҡатын биргән һыуҙы эсә лә, ғибәҙәтханаға барырға сыға. Тик ярты юлға еткәс, күңеленә шик төшә, өйөнә йүгереп ҡайта, әммә өлгөрмәй - "дауалаусы"нан елдәр иҫкән була. Уның менән бергә мендәр аҫтындағы аҡсалары ла!
Әбей шунда уҡ полицияға хәбәр итә. Әле тотолған бур үҙенең ғәйебен таныған. Тикшереү бара.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в