Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
13 Сентябрь 2022, 04:24

Башҡортостанда йылылыҡ ҡасан бирелер?

 Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгелен башлауға әҙерлек хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда йылылыҡ ҡасан бирелер?Башҡортостанда йылылыҡ ҡасан бирелер?
Башҡортостанда йылылыҡ ҡасан бирелер?

«Хәҙер бик яуаплы осор - йылытыу миҙгеле башланырға тора, — тине ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға. — Ошо көндәрҙә барыбыҙ ҙа ныҡ өшөнөк. Һеҙҙең бурыс - ваҡыт еткәс тә йылылыҡ бирегеҙ, шуға күрә әҙерлек эштәрен әле үк башҡарығыҙ».
  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа температураһы биш көн рәттән 8 градустан түбән төшһә, күп фатирлы йорттарға йылылыҡ бирелә. Ләкин һуңғы йылдарҙа көндәрҙең ҡапыл һыуытыуына бәйле Өфөлә йылытыу миҙгеле иртәрәк башлана.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас