Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
16 Сентябрь 2022, 14:00

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ - «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса йылына 0,1 - 3 процент ставка менән йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит алырға мөмкин.

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ
Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ

«Ауыл ипотекаһы» программаһы 2020 йылдан эшләй, ә 2022 йылдың авгусында Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ауыл ипотекаһының эшләү ваҡытын срокһыҙ оҙайтыу тураһында иғлан итте.

Рәсәй банкыһы бүлексәһе Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк мәғлүмәте буйынса, 2022 йылдың июнь-август айҙарында төбәктә «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса 1,1 миллиард һумлыҡ кредит биргәндәр.

Ауыл ипотекаһы ярҙамында ниндәй күсемһеҙ милек һатып алырға мөмкин?
Ауыл ипотекаһын һатыу-һатып алыу килешеүе буйынса әҙер йорт алыу йәки өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе нигеҙендә төҙөлмәгән йорт алыу өсөн файҙаланырға мөмкин.

Әгәр һеҙ йортто икенсел баҙарҙа һатып алаһығыҙ икән, түбәндәгеләрҙе белеү мотлаҡ:
  йортто физик шәхестән һатып алғанда кредит килешеүе төҙөгән мәлгә йорт һуңғы 5 йылда төҙөлгән булырға тейеш;
  юридик шәхестән йәки шәхси эшҡыуарҙан һатып алған осраҡта, йорт һуңғы 3 йылда төҙөлгән булырға тейеш.

Йәнә программа подряд килешеүе буйынса йорт төҙөргә йәки, ер участкаһы һатып алып, унда шәхси йорт төҙөргә мөмкинлек бирә.

Шуныһы мөһим: программа ауыл еренә һәм иң күбе 30 мең кеше йәшәгән ҡалаларға ғына ҡағыла.

Торлаҡ мәсьәләләрендә граждандарға бушлай ярҙам күрһәтеү сервисы ДОМ.РФ сайтында ауыл ипотекаһы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алығыҙ һәм ташламалы кредит алыу өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин булған кредит ойошмаларының исемлеген ҡарағыҙ: https://vk.cc/ceFpf6. Консультация үҙәгенең телефоны: 8 800 775-11-22

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ
Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тағы ла күберәге торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ
Автор:
Читайте нас: