Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
17 Сентябрь , 14:50

Стәрлетамаҡта "Йыл блогеры - 2022" конкурсы үтте.

Бөгөн ҡала блогерҙары "Кинопорт" киноүҙәгендә осрашты.

Стәрлетамаҡта "Йыл блогеры - 2022" конкурсы үтте.
Стәрлетамаҡта "Йыл блогеры - 2022" конкурсы үтте.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин, хакимиәт башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов, ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Турийәнова, Стәрлетамаҡ рус драма театры директоры Виктория Замесина премияның иң абруйлы ҡунаҡтары булдылар.
"Йыл блогеры - 2022" исеменә бөтәһе 40 блогер көрәште.
"Ҡала күҙәтеүсеһе" номинацияһында Екатерина Кириллова еңде, "Фитнес блогер" номинацияһында - Татьяна Япрынцева, "Baby-блогер" номинацияһында - Елена Гурьев, "Ижади блогер" номинацияһында - Элина Варда, "Self-made Woman" номинацияһында - Светлана Бикмәтова, "Бизнес-блогер" номинацияһында - Аделя Жигалова.
Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Наташа Баранова "Йыл блогеры-2022"  тип табылды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: "Йыл блогеры" премияһы Стәрлетамаҡта икенсе йыл рәттән ойошторола. Ойоштороусылар - Вера Ротова һәм Дарья Горбатова.

Динара Исхакова фотолары.

Стәрлетамаҡта "Йыл блогеры - 2022" конкурсы үтте.
Стәрлетамаҡта "Йыл блогеры - 2022" конкурсы үтте.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в