Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
19 Сентябрь 2022, 19:30

Йәрминкә шәп булды!

Үткән аҙнала "Стәрлетамаҡ-Арена" спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләп үтте.

Йәрминкә шәп булды!
Йәрминкә шәп булды!

Йәрминкәлә Ғафури, Ауырғазы, Әлшәй, Стәрлетамаҡ һәм башҡа яҡындағы район һәм ҡалаларҙан етештереүселәр һәм фермер хужалыҡтары үҙ продукцияларын тәҡдим итте.
Бигерәк бында бал һатыусылар күп булды. Һанай китһәң, ул йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскә балы тиһеңме, кәрәҙлеме, солоҡтоҡомо... Уларҙың 3 литры - 2000-2500 мең һум ине. Шулай уҡ йәрминкәлә иң үтемле продукция картуф, ит, һөт ризыҡтары булды.
Ғафури, Әлшәй райондары "икенсе икмәк" менән сауҙа иттеләр Мәҫәлән, Гөлнәзирә Сәләмова әйтеүенсә, картуф быйыл бик ныҡ уңған, август башында уҡ ҡаҙып алғандар. Ул 10 литрлы биҙрәләгеһен 350 һумға һатһа, икенсе ерҙә шул уҡты 400 һумға һатыусылар ҙа бар ине.
Һуғандың хаҡы 20-25 һум, кишерҙеке 30-40 һум, ә бына кәбеҫтәне 60 һумға һатһалар, һарымһаҡ яратыусыларға кеҫәләрен "йоҡартырға" тура килгәндер әле! Уның бер килограмы 250 һум ине. 
Әйткәндәй, бындай йәрминкәләр тағы ла 24 сентябрь, 1 һәм 8 октябрҙә лә үтәсәк.

Фотолар ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: