Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
20 Сентябрь 2022, 08:51

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!

1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөн билдәләйәсәкбеҙ. 

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!

  Ул оло быуын кешеләренә, ҡәҙерле ата-әсәләргә, өләсәйҙәргә һәм олатайҙарға ҡарата изгелек һәм ихтирам байрамы.
Хөрмәтле предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре, профсоюз комитеттары рәйестәре, һеҙгә хәйриә акцияларын, мәҙәни саралар ойоштороуығыҙҙы  һорайым, хеҙмәт коллективтарындағы ветерандарҙы хөрмәт итергә кәрәк. Бөгөнгө уңыштарыбыҙ артында уларҙың тырышлығы ята.
  Хөрмәтле ҡала халҡы, ата-әсәләрегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе ҡотлағыҙ! Өлкән йәштәге кешеләр үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, һәр ваҡыт иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу һәр беребеҙҙең бурысы булып тора. Барыһына ла тыныслыҡ, изгелек, оҙон ғүмер теләйем!

  Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм ҒӘЗИЗОВ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: