Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
21 Сентябрь 2022, 19:06

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу өлөшләтә мобилизация тураһында аңлатма бирҙе

Министр әйтеүенсә, мобилизация әрмелә булғандарға, хәрби иҫәптә торғандарға, хәрби тәжрибәһе булғандарға ҡағыла.

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу өлөшләтә мобилизация тураһында аңлатма бирҙе
Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу өлөшләтә мобилизация тураһында аңлатма бирҙе

 Министр әйтеүенсә, хәрбиҙәр иң башта әҙерлек үтәсәк.Резервта булған 300 мең кешене мобилизациялау планлаштырыла. Министр улар араһында студенттар булмаясаҡ тип ышандырҙы. 
Мобилизация буйынса әрмелә хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта Ҡораллы көстәргә кәрәкле белгеслеге һәм хәрби тәжрибәһе булған граждандарҙы ғына саҡырасаҡтар, тине оборона министры. 
Шойгу белдереүенсә, Рәсәйҙә был талаптарға  25 миллионға яҡын кеше тура килә – илдең  “мобилизация ресурсы ҙур”. Запастағы 300 мең кешене бер юлы саҡырмаясаҡтар. "Был планлы рәүештә башҡарыласаҡ эш”, -тине ул.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: