Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
22 Сентябрь 2022, 11:41

Радий Хәбиров өлөшләтә мобилизацияға бәйле Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте!

22 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышында ҡатнашты.

Радий Хәбиров өлөшләтә мобилизацияға бәйле Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте!
Радий Хәбиров өлөшләтә мобилизацияға бәйле Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте!

Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән мобилизация әҙерлеге менән бәйле республика халҡына мөрәжәғәт итте.
- Ҡәҙерле яҡташтар! Ауыр заманда йәшәйбеҙ, асылда, һынылыш осоронда йәшәйбеҙ. Беҙҙең илгә, беҙҙең барыбыҙға ла ситтән ҙур баҫым яһала.Әммә беҙ һынмаясаҡбыҙ, сөнки Владимир Владимирович Путин ил Башлығы булараҡ, илдең дәрәжәһен һәм абруйын кире ҡайтара. Илдең хәрби һәм иҡтисади ҡеүәтен үҫтерә. Үҙенең көслө дәүләт икәнлеген күрһәтә. Әлбиттә бындай Рәсәй дошмандарҙың йәндәрен көйҙөрә, шуға күрә улар нисек булһа ла беҙҙе ҡурҡытырға тырыша, уларҙың төп маҡсаты беҙҙең илде юҡ итеү.
  Рәсәй ул - беҙ һеҙҙең менән бергә, урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, удмурттар, сыуаштар һәм йөҙләгән башҡа халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәгән ил. Беҙ шатлыҡты ла,ҡайғыны ла бергә уртаҡлашабыҙ, тыуған илебеҙҙе яҡларға бергәләп күтәреләбеҙ! Рәсәйҙең Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов, Александр Доставалов, Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллиндар кеүек! Рәсәйҙең меңләгән яугирҙары кеүек!
 
Мобилизациялау тураһындағы ҡарар бөтә ир-аттарға ла ҡағылмай. Һүҙ запаста булғандарҙың, хәрби тәжрибәһе, кәрәкле хәрби-иҫәп һөнәренә һәм ныҡлы һаулыҡ хаҡында бара. Беҙҙең резервтағылар, тыуған илде яңынан яҡлау өсөн йәнә саҡырылыуын, һәм быға әҙер булыуҙары тураһында белә.Һәм был ваҡыт килеп етте.
Республиканың хәрби комиссариаты бөтә кәрәкле сараларҙы үткәрә. Республикала Юғары баш командующий бойороҡтарын үтәү буйынса эште координациялаған мобилизация штабы булдырылды.
- Беҙ дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы атҡарып сыға алырбыҙ, тип ышанам.

Хөрмәтле депутаттар!
-  Һеҙҙе мәғлүмәти эш итеүегеҙҙе һорайым! Райондарға һәм ҡалаларға сығырға, кешеләр менән осрашырға, халыҡҡа өлөшләтә мобилизациялау, махсус хәрби операцияның мәсьәләләрен аңлатырға кәрәк.
 Шулай уҡ комитеттар ултырыштарында махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә сараларын индереүегеҙҙе һорайым. Улар - ысын геройҙар. Һәм беҙ уларҙы һәм ғаиләләрен иғтибар менән солғап алырға тейешбеҙ.

Башҡортостан егеттәре һеҙгә өндәшәм! Ҡәҙерле яҡташтар!
Хәҙер бөтә ил буйынса дөйөм еңеүебеҙ өсөн бөтә йәмғиәттең берҙәм булыуы мөһим! Башҡаса килеп сыҡмаясаҡ!
Илебеҙҙең оборона ҡеүәтен нығытыуҙа Башҡортостандың индергән өлөшө һәр саҡ ҙур булды. Шулай булды ла шулай буласаҡ та.

Хөрмәтле коллегалар!
Был - яуаплы мәл, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек һәм көс талап итә.
Яугирҙарға һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә тотонорға торғандарға рәхмәт әйткем килә. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең менән! Һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтығыҙ!
Беҙҙең эш - уң булһын! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: