Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
23 Сентябрь 2022, 20:03

Иртәгә ағас ултыртырға килегеҙ!

Был көндө Стәрлетамаҡта “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 325 ҙур ағас һәм 4000 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртыласаҡ.

Иртәгә ағас ултыртырға килегеҙ!
Иртәгә ағас ултыртырға килегеҙ!

Шул иҫәптән “Содовиктар” паркында 85 йүкә, Яугир-интернационалистар урамындағы аллеяла 25 ҡайын, Голиков урамында 15 каштан һәм Ҡаранай Моратов урамында урынлашҡан “Өмөт аллеяһы”нда 40 тал ултыртырға планлаштырыла. Ә 4 мең төп ҡарағай иһә Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә ултыртыласаҡ. Был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: