Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
23 Сентябрь 2022, 14:30

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһы уҡыусылар менән берлектә "Йәйәүле!" акцияһын үткәрҙе.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Инспекторҙар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға йәйәүлеләр үткәүеленән генә юл аша сығырға кәрәклеге хаҡында тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙөләр.
Төнгө ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән кейем кейергә кәрәк.
Йәйәүлеләр тротуарҙан һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан ғына барырға тейеш. Тротуар булмаһа, юлдың машина хәрәкәтенә ҡаршы яҡ ситенән атларға рөхсәт ителә.
Юл аша сыҡҡанда светофорҙың йәшел уты янһа ла, тағы бер ҡат тирә-яғығыҙға ҡарап алығыҙ, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.
Юлда наушник кейеп йөрөү зыянлы. Кеше был ваҡытта бер нәмә ишетмәй, күрмәй.

 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: